" 21 февраль-Туған тел көнө"
21.02.2022
21 февраль - Халыҡ-ара Туған телдәр көнөндә Ибрай урта мәктәбендә "Ысын башҡорт" ("Игра в башкира") уйынын балаларға күрһәтеү үтте. Был уйынды Мәскәүҙә йәшәгән элекке уҡыусыбыҙ Күсәрбаева Әлфиә уйлап сығарған. 2021 йылдың 14 декабрендә Өфөлә уйындың презентацияһы булғайны. Уҡыусыбыҙҙың туған телебеҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индереүе - беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Ошо уйынды бөгөнгө Туған тел көнөндә башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусылары Зимфера Хәкимйән ҡыҙы һәм Гөлдәр Буранбай ҡыҙы Аҡбутиналар уҡыусыларға өйрәтте. Балаларға "Ысын башҡорт" уйыны бик оҡшаны. Ошондай уйындарҙы үҙебеҙ ҙә уйлап сығара алабыҙ бит, тигән фекерҙә ҡалдылар.
Алмира Зәкир ҡыҙы 4 класс уҡыусылары менән " 21 февраль-Туған тел көнө"тип исемләнгән бик ҡыҙыҡлы,йөкмәткеле һөйләшеү,уйындар үткәрҙе.Ҙур рәхмәт!
Дата создания: 21.02.2022
Дата обновления: 21.02.2022
Дата публикации: 21.02.2022