06.12.2021
Иманлы кеше ниндәй була? Был һорауға Ибрай урта мәктәбе уҡыусылары ошолай яуап бирҙеләр.
Заһиҙә :
- Иманлы кеше - ышаныслы, тәрбиәле, зирәк, тик игелекле эштәр генә ҡылған кеше. Ул бер ваҡытта ла башҡаларҙың өлөшөнә инмәҫ, бурыстарын ҡайтарырға ашығыр, кешеләргә тик яҡшы мөнәсәбәттә генә булыр. Дуҫтарын бәләлә ҡалдырмаҫ, үҙ фекере бар һәм ныҡ ышаныслы ул иманлы кеше.
Нурзилә :
- Иманлы кеше аҡыллы, ғәҙел, сабыр була. Аҡылдың билдәһе - белем, түҙемлелек - сабырҙың билдәһе, ә дөрөҫлөк - ғәҙеллектең. Ошоларҙың барыһын бер һүҙ туплай. Был бик матур һүҙ - иман.
Эльвина :
- Иманлы кеше - ул аҡыллы, ярҙамсыл, бер ваҡытта ла башҡаларға насарлыҡ эшләмәгән ғәҙел кеше.
Искәндәр :
- Иманлы кеше - ул аҡылы булған яҡшы кеше. Ул әйткән һүҙен үтәй, башҡаларға ярҙам итә, ата - әсәһен ҡарай. Иманлы тигәнде мин бына ошолай аңлайым.
Инсаф:
- Аҡыллы, тәртипле, ололарҙы ихтирам иткән, ата - әсәһенә хөрмәт күрһәткән кеше иманлы булалыр, тип уйлайым.
Денис :
- Иманлы кеше - ул аҡыллы һәйбәт кеше!
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 08.12.2021
Дата обновления: 08.12.2021
Дата публикации: 06.12.2021